©2018 Учебные документы
Рады что Вы стали частью нашего образовательного сообщества.

Башҡорт энциклопедияһы - бет 13

ТӨРКИӘЛӘ Төркиә. һәр төрки халҡына яҡын исем, ҡәҙерле ил. Төркиә нисәмә быуаттар буйы донъяла берҙән-бер үҙаллы төрки дәүләт булып килде. Азатлыҡ өсөн көрәшкән күпме аҙаматтар, үҙ илдәрендә эҙәрләүҙән ҡасып, хатта бәғзе бер кавказлы халыҡтар, үҙ иленән һөрөлөп, һижрәт ҡылып, Төркиәгә килеп һыйынды. Эмигрант-мөһажирҙар, мөжа- һидтар яҙмышы шундай ине. Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡалған ризығы һәм тупрағы шулай ситкә яҙғандыр.., ике йыл ярым буйы сит ер-илдәр аша Азиянан Көнбайыш Европаға сәйәхәте, урау һәм оҙон юлдар үтеп, Төркиәгә килеп төпләнде. 1925 йылдың 20 майында Истанбулға, Мәрмәр диңгеҙе буйына, етеп, якорь һалды ул, ниһайәт. Истанбул — Төркиәнең йөҙөк ҡашы, әүәлге пайтәхете. Ә.Вәлиди өсөн ҡалған ғүмеренең төп өлөшөн йәшәр һәм эшләр төп ҡалаһы. Әле килгәс тә, Истанбулдың диңгеҙ буйындағы Кучукялы тигән йәмле бер ерендә ҡунаҡта булғанда, ошо тирәлә үҙ йоргом булһа ине, тип әйтеп һалмаһынмы. ’’Аллаһы тәғәлә ишеткәндер, ул заман булмаһа ла, 32 йыл үткәс, бында йорт төҙөп, китапханамды ла шунда күсерҙем”, — тиер ул. Ә әлегә Вәлиди Истанбулға ваҡытлы ғына туҡталған паспортлы мосафир. Уның саҡырылған эш урыны һәм башҡарыр визифаһы Төркиәнең хәҙерге баш ҡалаһы Анкарала. Истанбулда хәҙергә күпмелер булып, күрергә ашҡынған ҡалаһын ҡарап, дуҫ-иштәре менән күрешеп китәһе бар. Шуныһы ғәжәберәк, башта каланың зиннәтле һарайҙарын, данлыҡлы урындарын ҡарайһы ерҙә, мосафирыбыҙ — ҡайҙа тиһегеҙ — шөһрәтле Фатих мәсете китапханаһына йүнәлә. Уйы шанлы ҡалала түгел, уның шөһрәтле китапханаһында, имеш. Уны күптән күрәһе, танышаһы ҡиммәтле ҡулъяҙма китаптар күберәк ҡыҙыҡһындырған. Кисен оҙон юлдан арып килгән мөһажир урынлаштырылған матур ҡунаҡханала иркенләп йоҡлағас, иртәгәһен юлы тағы китапханаға. Был юлы шунса шөһрәтле Ая-Суфыя, Сөләймәниә, Көпрүлү китапханаларына. Ханаларҙа эш ха

188
на: унда, энэ менән ҡойо ҡаҙығандай, көн-төн соҡсоноп ултырырға кәрәк, ә ваҡытлы кешенең ваҡыты самалы. Ярай, күрергә бик теләгән боронғо ҡулъяҙмаларҙы күрҙе, ҡапшап ҡараны, бер аҙ тикшереп ултырҙы — шуларына ла хуш. Төпләнеп ултыраһылары алдалыр. Әл-Бируни хеҙмәттәренә, Рәшид әд-дин тәуарихына, Тимер хаҡындағы тарихтарға әле өр-яңынан ҡайтаһы. Шулай Истанбулда Төркөстан мөһажир арҡадаштары менән осрашырға, төрөк ғалимдары менән танышырға сират етә. Күрешәһе менән күрешеп, кәңәшләшәһе менән кәңәшләшеп сыға, яңы шарттарҙағы көрәшкә ниндәйҙер яңы ысулдар, юлдар эҙләйҙәр, уй-фекерҙәр туплайҙар. Тағы мөһиме, Ә.Вәлиди Төркиәнең атаҡлы тарихсылары һәм филологтары, дәүләт эшмәкәрҙәре Фуат Көпрүлү, Риза Нур бей, Фәрит бей, Мөғәллим Йәүҙәт, Исмәғил Саиб бей кеүек заттары менән таныша һәм ғилми, мәҙәни дуҫлыҡ бәйләнештәре урынлаштыра. Әлбиттә, үҙ илендә кем дә бей. Ә Әхмәтзәки Вәлидигә Төркиәлә дәрәжәле бейлекте фиҙакәрлеге, ғилемдә яңы хеҙмәттәре менән яулайһы бар әле. Истанбулдағы бары ун көнлөк мосафирлығында Вәлиди профессорҙар һәм талиптар саҡырыуы буйынса университеттың тарих бүлегендә, Төркиәт институтында булырға өлгөрә. Бындай осрашыуҙарҙа һәм профессорҙар менән айырым-айырым күрешеүҙәрҙә һүҙ күберәк төрки халыҡтары тарихының ниндәй мәсьәләләренә нығыраҡ иғтибарҙы туплау, университеттарҙа укыу-уҡытыү, ғилми-тикшеренеү йүнәлештәре, яңы алфавит, әҙәби тел мәсьәләләре хаҡында бара. Ә.Вәлиди үҙенең программа тибындағы уй- фекерҙәре, конкрет тәҡдимдәре менән дә бүлешә. Иҙел кисмәй ир булмаҫ, илдәр гиҙмәй илсе булмаҫ, ти башҡорт. Әхмәтзәки Вәлиди Төркиәгә илселек тарафынан мәғариф министрлығында юғары вазифалы эшкә тәғәйенләп саҡырылғайны. Ул, Төркиә Йөмһүриәте гражданлығы паспортын алыу менән, июнь башында Анкараға килеп, тәғәйен вазифаһын башҡара башланы. Шөғөлө Авторлыҡ һәм тәржемә комитетында. Яңы хеҙмәткәрҙең пландары шаҡтай киң һәм аныҡ. Ул яҡын арала Төркиәлә Фәндәр академияһы булдырыу тураһында программа һәм устав проекттары әҙерләп тапшыра хөкүмәт ҡарамағына. Академияға ҡарар, Төрөк тарих институты, Төрөк тел институты өсөн проекттар тәҡдим итә. Төркиә археология йәм-

189
ғиэте, Төркиә география йәмғиәте уставтары проекттарын төҙөй. Хөкүмәт кимәлендә авторлыҡ һәм тәржемә мәсьәләләренә бәйле эштәрҙе киң йәйелдереп ебәрә. Ҙур пландарын һәм күптәнге уй-ниәттәрен ғәмәлгә ашырыу өсөн Төркиәлә төпләнеп эшкә тотона Әхмәтзәки бей. Уның эшмәкәрлеге әүәлгесә ике тармаҡта тәрәҡҡи итмәксе: азатлыҡ өсөн көрәшкә бәйле ижтимағи-сәйәси йүнәлештә һәм фән әлкәһендә. Сәйәси эштәр буйынса Ә.Вәлиди Төркиәләге мөһажир арҡадаштары менән бәйләнеш урынлаштыра. Башта Истанбулда осрашып һөйләшәләр. Аҙаҡ Усман Хужа менән Нәзир Мәғзүм — элекке Бохара хөкүмәте вәкилдәре, һуңынан Төркөстан Милли Берлеге ағзалары, — Анкараға килеп, алдағы пландарын аныҡлайҙар. 1926 йылда Истанбулда Төркөстан Милли Берлегенең конгресын үткәрергә планлаштыралар. Үҙ-ара вазифалык бурыстарын бүлешәләр. Ә.Вәлиди, Абдулкадир Инан (Ф.Сөләймән) менән Усман Хужа бергә, университет тормошона ҡушылып, ”Яңы Төркөстан” исемле яңы журнал сығарырға һүҙ беркетәләр. Унда Төркөстандың тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте хаҡында ғилми мәҡәләләр баҫтырырға, азатлыҡ өсөн көрәш юлындағы ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр буйынса сығыштар яһарға тейештәр. Яңы журнал азат Төркөстан өсөн көрәш оранын башҡарасаҡ. Был осорҙа Төркиәлә эмиграцияла булған бүтән төрки лидерҙар, айырыуса әзербайжанлы һәм кавказлы көрәштәштәре менән тығыҙ берлектә эш итеү саралары күрелә. Кавказлылар ”Яңы Кавказия” тигән журнал сығармаҡсылар. Бында бергә хеҙмәттәшлек кәрәк. һуңынан Вәлиди Истанбулға күскәс, был баҫмаларҙы ойоштороу инициативаһын, берлектә эшләүҙе, асылда, үҙ ҡулына алыр, ”Яңы Төркөстан” журналын үҙе редакторлар, мөһим ижтимағи-сәйәси һәм ғилми мәҡәләләрен шунда баҫтырыр. Иран, Афғанстан аша элекке көрәштәштәре менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырып, журнал өсөн Төр- көстандан яңылыҡтар алып тора ул. Был хатлашыуҙарҙа уның йәшерен исеме-тахаллустарының береһе Бәшир бей. Корреспонденттарының иң яҡындарынан береһе — көрәштәше Турабек үзбәк, журналда күренер тахаллусы — Бек- мурад Турсунбай. ”Яңы Төркөстан” журналын Совет Төр- көстанына шундай хәбәрсе-элемтәселәре ярҙамында еткерә. Анкарала үҙ рәсми вазифаһы эштәрен Ә.Вәлиди еңел башҡара, фәнни эш менән шөғөлләнергә ваҡыты күп ҡала.

190
Бында шәхси китапханаһын туплай, тапҡан ҡулъяҙмаларын, кескәй булһа ла архивын тәртипкә килтерә. Күп ваҡытын хәҙер Төркөстандың тарихи географияһы хаҡындағы ҙур әҫәрен яҙыуға бүлә. Асығыраҡ итеп әйткәндә, Ан- карала Төркөстан тарихы буйынса хеҙмәте шулай бер йүнәлештә бүлекләп тулылана башлай. Шундай хәлдәр ҙә булғылай: әйтәйек, Төркиә тарихына ҡарар бер тикшеренеүен яҙыр өсөн Вәлидигә махсус рәүештә Анкаранан бигүк алыҫ булмаған тарихи урындарҙы күрергә кәрәк. Был — Тимер менән Баязит ғәскәрҙәренең иң ҡаты һуғышы булған Хөсәйен Ғази тауы янындағы Чубук үҙәне. ”Бер Швейцария кешеһе, бер урта мәктәптең тарих уҡытыусыһы менән өсәү, ауыл кешеләренән ат яллап, бер көн буйы Эсенбоч, Чатал түбэ һәм Ячбасан тарафтарын, йәғни төп һуғыш майҙандарын гиҙеп йөрөнөк”, — ти үҙе. Шул үҙәнгә яҡын күскенсе нуғай ауылдарында ла була ул. Тимәк, әүәлгесә, сәйәхәтсе кеүек, өйрәнәһе объекттарын үҙе күрмәй, урында тикшермәй, күңеле булмай. Йә Анкарала ’’Төрөк усағы” тигән бер йәмғиәт эшләп килә икән, ғалимдар тәҡдиме буйынса, ’’Төркиәлә ғилми тикшеренеүҙәрҙең халыҡ-ара ғилми тикшеренеүҙәр кимәленә күтәрелә алыуының шарттары” тигән темаға әҙерләгән бер яҙмаһын уҡый Зәки бей. Ғалимдар араһында был сығыш, әлбиттә, ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. ’’Хәтирәләр” китабына һәм үҙе алып барған көндәлек яҙмаларына ҡарағанда, Зәки Вәлиди Төркиә еренә баҫыу менән, Истанбулда һәм Анкарала яңы мөхиткә бик тиҙ инеп һәм эйәләшеп китеүен күрергә мөмкин. Ул үҙ тәбиғәтенә хас бер ҡомарлыҡ менән тиҙ арала үҙенә яҡын фекерҙәштәрен таба ала, белеме, йәнле әңгәмәһе менән зыялыларҙы үҙенә тиҙ ҡарата. Әллә күпме кешеләр менән аралашырға, әллә ни хәтле эштәр башҡарырға өлгөрә. Мосафир мөһажирлығын оноттороп, күҙ алдарында тигеләй абруйлы ғалим бейгә әйләнә лә ҡуя. Анкараға килгәс, донъяла иң бөйөк төрөк — Ата Төрөк Ғази Мостафа Кемал менән күрешеүгә һәм фекерҙәш итеүгә форсатын һәм ҡөҙрәтен дә тиҙ табыр Зәки бей. Ҡорбан байрамын тура килтереп бара ул Ата Төрөккә. Үҙе яҙыуынса, ҙур илтифат күрһәтә уға Төркиә президенты, мәғәнәле әңгәмә ҡороп ултыралар. ”Әле 45 йәшендә булған Ғази Мостафа Кемал миндә бик яҡшы тәьҫир ҡал

191
дырҙы. Уның менән осрашыуым ҡап икегә ярылған яҙмышымдың икенсе яртыһының иң тәүге көндәрендә булды”, тип яҙыр хәтирәләрендә. Тимәк, Вәлиди үҙ яҙмышын ике осорға бүлә: Төркиәгә тиклемге һәм Төркиәләге ғүмер юлына. Мостафа Кемал Паша менән тағы бер нисә тапҡыр осрашасаҡ әле ул. Ләкин тәҡдиремелер, улар уның яҙмыш юлын кирегә бороп ҡуйған саҡтары ла килер. Балыҡ тәрәнде, шоңҡар бейек күкте эҙләр, тигәндәй, Анкаралағы бер яйға ғына аҡҡан көнкүреше, кабинет вазифаһы һис кенә лә хушһындырмай Зәки бейҙе, уның бар уй-теләктәре Истанбулға, университетҡа, киңерәк ғилми- мәҙәни даирәгә ынтыла. Үҙен профессор Көпрүлүзада Фуат бей Истанбул университетына профессор итеп күптән саҡыра инде. Бушаған урынымы йә яйымы сыкмайырак тора әлегә. Анатолия тимер юлы идараһының ағзаһы булып күсеү мөмкинлеге бар. Эше мәшәҡәтһеҙ, килеме мул кеүек үҙенең — яңы вазифа билә лә ғилем менән шөғөллән дә ят. Килеменән бигерәк ғилеме ҡәҙерле шул уға. Истанбулдың Саматья тигән матур урынынан арендаға йорт та алып ҡуйған инде ул. Эше-ние генә әлегә ике арала. Ярты ғүмере Истанбулда үтә. Рәсәйҙән хаж сәфәренә үтешләй 1926 йылдың май урталарында тыуған яктарындағы дуҫтарынан Ризаитдин мөфти Фәхретдин, Кашафетдин ҡазый, Әстрхандан Ғабдрахман хәҙрәт Ғүмәри Истанбулда туҡталғайнылар, уларҙы өйөнә саҡырып ҡунаҡ итте, Рәсәй хәлдәре, туған-тыумаса- лары хаҡында һорашып-белешеп ҡалды. Хәйер, үҙе лә Берлинда саҡта ата-әсәләре, хәләл ефете Нәфисә менән хат аша бәйләнешкә инеп, уларҙан яуап хаттары алып, күпмелер бағланыш тапҡайны. Берлиндан да, бында Төркиәгә килгәс, Анкаранан да Совет хөкүмәте башлыҡтарына рәсми мөрәжәғәт итеп, ҡатынын үҙе янына ебәреүҙәрен үтенгәйне. Ләм-мим яуап-хәстәр булманы. Шуға Ризаитдин Фәхретдин аша хәләл ефетенән килгән ҡош телендәй генә йылы хат, күҙ нурҙары һеңгән сигеүле янсығы ҡауышасактарына өмөт бағлатыр йөрәк уты сатҡыһындай ине. Шул йылдың көҙөндә Рәсәйҙән Төркиәгә яратҡан остаҙы академик В.В.Бартольд килеп төштө. Ул Истанбулға Төркиәт институтының саҡырыуы буйынса килгән икән. Василий Владимирович институтта Урта Азия тарихы буйынса лекциялар уҡыны, уларҙы төрөксәгә әйләндереп,

192
Ә.Вәлиди аңлата барҙы. Ҡунаҡты ҡалала, Төркиәләге иҫ- тәлелекле урындарҙа тәржемәсе урынында оҙатып һәм аңлатып Әхмәтзәки үҙе йөрөнө. Оло ғалим менән һәр саҡ бергә булыуҙары төрөк ғалимдары ҡаршыһында Вәлидиҙең абруйын тағы күтәреп ебәрҙе. йылдың башынан Вәлиди Истанбулда бөтөнләйгә төпләнеп, университетта профессор дәрәжәһендә төрки тарихынан лекциялар уҡый башланы. Ул дәрестәре һуңыраҡ летографик ысул менән ташҡа баҫылып сыға ла килде. Истанбул китапханаларының һирәк осрар баҫмалар һәм ҡулъяҙма китаптар бүлектәрендә бик оҙаҡ тикшеренеп ултырыуҙарының һөҙөмтәләрен йомғаҡлабырак ҡуйырға кәрәк ине. Сығанаҡтар итеп үҙең файҙаланыу бер нәмә, ә күрһәткестәр рәүешендә ойоштороу — икенсе, мөһимерәк этап. Шулай "Истанбул китапханаларындағы ҡиммәтле әҫәрҙәр” тигән ҡулъяҙмаһы барлыҡҡа килә. Ошо көндәргә тиклем әле баҫылмаған был яҙмаһын Вәлиди университеттың әҙәбиәт факультеты деканы Фуат Көпрүлүзадә бейгә танышырға бирә. Был хаҡта олуғ профессор авторына телдән генә түгел, хатта "Хәйәт” тигән журналда (1926, №3) баҫма рәүештә шундай юғары баһаны еткерә: "Беҙҙең мөхтәрәм менәүәребеҙҙе шундай күп яҡлы һәм тәрән йөкмәткеле әҫәр яҙып бөтөрөүе менән тәбрикләйем, ул әҫәргә беҙҙең илдә генә түгел, Европала ла тиң хеҙмәтте табыуы ҡыйын. Ул тиҙерәк донъя күрһен. Шундай әҫәрҙәр менән хәҙерге төрөк милләте милли фәнебеҙҙең, ситтәргә эйәреүҙән һәм баш эйеүҙән ҡотолоп, өлгөрөп етеү юлына баҫыуына, хатта бәғзе бер бәйләнсек көнбайыш ғалимда- рын ышандыра алыуына аҡылым камил. Был әҫәрҙе баҫып сығарыу Төркиәлә генә түгел, бөтә донъя төркиәт ғилемендә тәрәнтен өйрәнеүҙең мөһим бер ваҡиғаһы буласаҡ, ул алдағы яңы тикшеренеүҙәргә киң офоҡтар асасаҡ” (Т.Байкара. Заки Валиди Тоган. Уфа, 1998, 29-сы бит). Истанбул университетында профессор булып эшләй башлау Вәлиди өсөн, бер яҡтан, һәләтле педагог-лектор булараҡ эшмәкәрлеген иң юғары кимәлендә асып ебәрһә, икенсенән, уның ғалим-тикшеренеүсе булараҡ киң майҙанға сығыуына юл ярҙы. Ошо осорҙан ғына уға бер урында төпләнеп, иркенләп эшләп китеү өсөн мөһим шарттар тыуа. Төркиәлә, Истанбулдың үҙендә университетта эшләй башлау йылдарынан алып, Ә.Вәлидиҙең фәнни һәм педагогик эшмәкәрлегенең яңы емешле осоро билдәләнә. Ул айы
рыуса 1927 йылдан бик актив һәм интенсив төҫ ала. 1932 йылдың урталарына тиклем ғилми-тикшеренеү эштәренең уңышлы һәм төрлө тармаҡлы булып үҫеше күҙәтелә. Тарих, этнография, фольклор, тел һәм әҙәбиәт ғилеме, шәр- ҡиәт — бына шуның иң характерлылары. Төркөстан тематикаһы шуларҙы бер үҙәккәрәк йыя. Хатта ул ғилми һәм ижтимағи-сәйәси мәсьәләләрҙе лә йыш ҡына үҙ-ара тығыҙ үреп, беректереп ебәрә. Мәҫәлән, быны ошо осорҙа журналдарҙа баҫылған түбәндәге мәҡәләләренең исемдәре үк әйтеп тора: ’’Төркөстан”, ’’Большевиктарҙың шәрҡи һәм колониаль сәйәсәте ”, ” Төркөстан иҡтисадында ” ерле ” һәм ’’урыҫ” ҡараштары...”, ’’Төркөстан мәсьәләһе”, ’’Төркөстан азатлыҡ хәрәкәтенә ҡаршы Бохара эмире”, ’’XVIII- XIX быуат төрки сәйәси тарихына гаид ике әҫәр”, ’’Төрк донъяһында әлифба мәсьәләһе”, ’’Төркөстанда ғәскәрлек мәсьәләһе”, ’’Урыҫ инҡилабы дәүерендә Төркөстан ғилми нәшриәтенең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе”, ’’Урыҫ күскенселәре сәйәсәтенең яңы дәүерендә төркөстанлыларҙың вазифаһы”, ’’Рәсәй мосолмандарының хәҙерге хәле”, ’’Урта Азияла ҡомға күмелгән ҡалаларға ҡарата”, ’’Зәки Вәлиди бей килде: университетты ташлап киткән тарих профессоры ниҙәр аңлата?”,’’Зәки Вәлиди бейҙең инаныстары...” һ.б.ш. Бындай мәҡәләләрендә автор, бик күп факттар менән ғилми нигеҙле итеп, бигерәк тә Рәсәйҙең Төркөстанға ҡарата колонизаторлыҡ сәйәсәтенең асылын һәм тарихын, ундай сәйәсәткә ҡаршы көрәште яҡтыртыуға иғтибарын тупларға тырыша. Йәғни ул Башҡортостанда һәм Төркөстанда азатлыҡ һәм автономия өсөн үҙе башлашып ебәргән көрәште хәҙер фән һәм матбуғат аша дауам итә. Уның өсөн Төркиәлә үҙе ойошторған ”Яңы Төркөстан” исемле журналды бик ныҡ файҙалана, үҙенсә бер рупорға ҡора. Тимәк, көрәш ошондай юлдар менән дә бара. Ғөмүмән, тарих ғилеме Вәлиди өсөн ҡоро бер фән генә түгел, ғилми, сәйәси, ижтимағи фекерҙәр көрәше майҙаны ла. Был яңы осорҙа Зәки Вәлидиҙең нәғеҙ фәнни, академик стилдәге мәҡәләләре һәм ҙурыраҡ хеҙмәттәре лә күп, әлбиттә. Уларҙың байтағы төрки фольклор, тел һәм әҙәбиәт ғилеменә, этнографияға һәм тарихи географияға бағышланған. Мәҫәлән, ’’Төрк легендаларында милли һыҙаттар”, ’’Төркөстан вә Иҙел бассейнының мәҙәниәт бәйләнештәре тарихынан”, ’’Харәзмда яҙылмыш иҫке төрки әҫәрҙәр”, ’’Төрки дастандарын төркөмләү”, ’’Дивани лөғәт ит-төр-

194
ки”ҙең яҙылыу датаһы хаҡында”, "Шәйбәк хандың шиғырҙары”, ’’Әзербайжан этнографияһы тураһында”, ’’Әзербайжандың тарихи географияһы” нәҡ шундай типтағы хеҙмәттәр. Улар бөтәһе дөйөм төркиәт ғилеменә ҡарай (Шуларҙың ҡайһы берҙәренә алдараҡ ҡайтырбыҙ әле). Был осорҙа Зәки Вәлидиҙең эшмәкәрлеге өс йүнәлештә бара: университетта уҡытыу эшендә, китапханаларҙа, ғилми йәмғиәттәрҙә фән менән шөғөлләнеүҙәр һәм ижтимағи- сәйәси даирәләрҙә. Күп ваҡыты, әлбиттә, китап, яҙмалар өҫтөндә үтә. Ул башкөллөһө ижади эшкә күмелә. Фәнгә инде фанатиктарса бирелгән. Көн-төн тимәй архивтарҙа соҡсона. Хатта төшкө аш ваҡытында ла эшенән айырылмай ултыра икән. Төрөк ғалимдары әллә ысын, әллә юрый: Зәки бей төндәрен дә йоҡламай архивта ятып эшләй, имеш, тип һүҙ таратҡандар. Эйе, фиҙакәрлегенә һоҡланғандары бик күп, әммә шуға көнләшкәндәре лә аҙ булмаған уның. Шуныһын да оноторға ярамай: сит илдән килгән кешегә әле Төркиәнең ғилми, педагогик, мәҙәни, шулай уҡ ижти- мағи-сәйәси донъяһына инеп китәһе, уны тейешенсә төшөнәһе һәм үҙләштерәһе бар. Йола, ғөрөф-ғәҙәттәргә, традицияларға ла яйлашырға кәрәк. Адаптацияһыҙ булмай. Төрөк телен бөтә камиллығында белмәк фарыз. Йәмғиәттәге төрлө төркөмдәр, фирҡәләр, тарафтар, ҡараштар даирәһен һәм айыштарын төбөнәсә аңламай, кәрәгенсә эш итеп булмай. Өҫтәүенә, Зәки Вәлиди бөтәһенә килешеп, яйлашып һәүетемсә генә йәшәп ятыр зат та түгел. Уның донъяға, фәнгә, сәйәсәткә ҡарата үҙ ҡарашы, принциптары күптән формалашып өлгөргән. Ундай кеше ҡайҙа ла хур булмаҫ. Тура һүҙлеге, принципиаллеге, үҙ инанған ҡараштарынан дүнмәүе уны ҡай саҡ киҫкен хәлдәргә лә ҡуйғылай. Логик фекере, хаҡ һүҙҙәре менән ул дошманын да йыш ҡына дуҫҡа әйләндерә, әммә бәғзе дуҫтарын мәлендә дошман итеп тә ҡуя. Әҙәмдең бит төрлөһө бар. Алған юлынан, яҙған яҙмышынан яҙлыҡтырыр ситуацияларға ла юлыҡҡылай. Бына шуның бер ғибрәтлеһе һәм мәңге онотолмаҫы. Йығылһаң да бейек ағастан йығыл, ти беҙҙең халыҡ. Бығаса юғары даирәләр, хөкүмәт башлыҡтары менән дә аралашырға, принципиаль сәйәси мәсьәләләрҙә бәхәсләшергә туры килгәс, әлбиттә, төрлөһө булды. Ленин, Сталин менән килешмәҫ бәхәстәр һәм принциптар шундайҙарҙан ине. Алда әйткәнебеҙсә, Вәлиди Төркиәлә лә юғары даирәләргә юлды тиҙ тапты. Ата Төрөк Мостафа Кемал ме

195

7*
нән күп тапкырҙар күреште, Паша уның менән сәйәсәт һәм тарих мәсьәләләрендә йыш ҡына кәңәшләшер булды. 1930 йылдың 1 февралендә булған осрашыу хәтерендә айырыуса ныҡ һаҡланған. Өҫтәүенә ул көндәлек яҙмаларына ла теркәп ҡуйылған икән. Ата Төрөк Мостафа Кемал Паша Зәки Вәлиди Бейҙе Анкаралағы йәйге резиденцияһында ҡабул итте. Уның менән бергә Жәләл Баяр, Тәүфик Рушту, Мәхмүд Бей, Йософ Аҡсура Бей, тарихсы профессор Шәмседдин Гүнәлтай кеүек күренекле заттар саҡырылған булып сыҡты. Зәки Вәлиди 1923 йылда эмиграцияға киткәс тә Ирандан Мәшһәд ҡалаһынан Кемал Паша исеменә бер рапорт яҙғайны. Унда Төркөстанда азатлыҡ өсөн көрәштең тарихы, Әнүәр Пашаның ҡатнашлығы, Рәсәйҙең шәреҡ илдәренә ҡарата сәйәсәте тураһында аңлатырға тырышҡайны. Шул рапортты Кемал Паша ҙур иғтибар менән танышып сыҡҡан икән — шуны иҫенә төшөрҙө. һүҙ ыңғайында Ата Төрөк Мәхмүд Бейҙән: ’’Профессорҙың мәҡәләһен килтерегеҙ әле”, — тип һораны. Алып киленгән ’’Билге” журналынан күренеүенсә, Вәлидиҙең 1914 йылда уҡ баҫылған ”Ибн һалдун ҡарашынса ислам хөкүмәттәренең киләсәге” тигән мәҡәләһен әйткән икән. Ата Төрөк ошо мәҡәлә менән күптән таныш икәнен, әммә бер һөйләмен төшөнөп етмәүен әйтте. Уны үҙе уҡып күрһәтте: ’’Сыңғыҙ хандың бөйөк етәкселеге менән тормошҡа ашырылған ғәскәр идаралығының төҙөк ҡоролошо Иранда бюрократик тәртиптәрҙе юҡҡа сығарҙы”. Ошонда ниндәйҙер хата ебәрелгән түгелме? — тип һораны Ата Төрөк. ”һеҙ хаҡлы, олуғ Пашабыҙ, — тип яуапланы Зәки Бей, — ’’теократик тәртиптәр” тигәне хаталыҡ менән ’’бюрократик тәртиптәр” тип баҫылып киткән”. Мин дә шулай тип уйлағайным, — тине Паша, — сөнки бүтән урындарҙа хәлифәткә караш хаҡында һөйләгәндә теократия һүҙен ҡулланаһығыҙ. Ата Төрөк Паша һүҙен былайыраҡ дауам итте: Тойҙоғоҙмо икән, Зәки Бей, беҙ һеҙҙең күптәнге мәҡәләгеҙҙе үҙегеҙ беҙгә килгәнсе үк уҡығанбыҙ. Шулай үҙегеҙ килгәнсе үк беҙҙең илгә яҡшы хәбәр ебәрҙегеҙ. Быларға ҡушып Ата Төрөк Паша элекке хәлифәт һәм солтанат ҡанундарының күптән иҫкергән булыуын, быларҙың ҡалдыҡтарынан хәҙерге хөкүмәт тәртиптәрендә

196
күптән ҡотолорға кәрәк икәнлеген, ошо мәсьәләләр ҙә мәҡәләнең ни тиклем заманса булмағы хаҡында хуплап һөйләп алып китте. Йөҙөнән үк тойоп торам, Кемал Пашаның мине маҡтап һөйләгән һүҙҙәре һауалы төрөк ғалимы Шәмсетдин Гү- нәтайға оҡшамай. Уны түгел, килмешәк бер кешене маҡтайҙар бит, — тип иҫкә ала был мәлен Ә.Вәлиди. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәл үҙен алда бик ҡаты иҫкә төшөртәсәк әле. Был резиденциялағы юғары аудиенцияла тарихи темаға тарихтың философияһы, хәлифәт һәм солтанат, уларҙың иҫкергән ҡанундары хаҡында бик иркенләп самими һөйләшеү була асылда. Ибн Халдундың ҡиммәтле яҙмалары менән бергә Зәки Вәлиди Мостафа Кемал Пашаға, күренекле әңгәмәләш- тәренә Шәмси Иджи исемле төрк ғалимының ’’Төхфә” тигән әҫәрендә Тимер әмирҙең дәүләт идаралығы, төрк ҡанундары тураһында ентекләп яҙыуын да хәтерләтеп үтә. Шәриғәттән донъяуи ҡанундарҙың өҫтөнлөгө, дәүләт менән диндең айырым булыуы, хәҙерге демократик яңырыштар хаҡындағы фекерҙәре менән дә уртаҡлаша ул. Төрки халыҡтарының уртаҡ тарихи яҙмышы, төрки берлеге хаҡындағы фекерҙәрен дә Паша үҙе лә, әңгәмәлә ҡатнашҡандар ҙа хуп күрә. Ғөмүмән, был юғары даирәләге һөйләшеү бик ихлас, хуплау рухында уҙа. Айырып әйтергә кәрәк, Ата Төрөк Кемал Пашаның Төркиәләге 20-се йылдарҙағы һәм 30-сы йылдар башындағы демократик реформалары, мосолман шәреғенән Көнбайыш Европа тәртиптәренә ориентацияһы ил үҫешендә ҙур прогрессив роль уйнай. Әммә ләкин Ленин, Сталин, Ата Төрөк кеүек тарихи шәхестәрҙең дә тарихи һәм йәмғиәт үҫешенең эске ҡанундары менән тейешенсә иҫәпләшеп етмәйенсә уны сәйәсәт өсөн ҡорбан итергә, үҙ субъектив хата ҡараштарын тағырға тырышҡанда бөйөктәр ҙә бөлөүгә дусар. Үҙҙәре менән ҡатар оппоненттарын ҡаты яҙмышҡа йә һәләкәткә этәрерҙәр. Зәки Вәлиди үҙе үк шундай һәм шул заттар менән көрәштең бер ҡорбаны йәки асы яҙмышҡа эләккәне. Шундай хәл Ата Төрөк Мостафа Кемал Паша менән мөнәсәбәтендә лә ҡабатлана. Бөйөктәр бейек күтәреләләр һәм ғәҙәттә бик бейектән йығылалар.

197
Мостафа Кемал тарихи аренаға, юғары власть башына сағыштырмаса еңел күтәрелә. Мәғлүм булыуынса, 1911 — 1912 йылдарҙағы Италия-төрөк, 1912—1913 йылдарҙағы Балҡан һуғышы ваҡытында Төркиә үҙенең Африкалағы һәм Балҡандағы ҙур биләмәләрен юғалта. Ә беренсе бөтә донъя һуғышы һөҙөмтәһендә Антанта державалары тарафынан заманында бөйөк булған Ғосман төрк империяһы 1918 йылғы Килешеү буйынса Кесе Азияла ғына ҡалған бойондороҡло кесе Төркиә хәленә төшөрөлә. Төркиә дәүләте өсөн бына ошондай иң бөлгөн һәм киҫкен ваҡытта бер төркөм төрөк офицерҙары менән тарихи аренаға Мостафа Кемал ҡалҡа. Кемалсылар талабы менән 1920 йылда Истанбулда йыйылған Милли Мәжлес (парламент) Төркиәне бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан итә. Был уңайҙан файҙаланып, Англия, Франция, Италия һәм Греция ғәскәрҙәре Истанбулды баҫып ала, төрөк парламентын тарата, парламент ағзалары, күп төрөк лидерҙары ҡулға алына. Бер аҙҙан Греция ғәскәрҙәре бөтә Төркиәне яулап алыр өсөн һуғыш аса, Төркиәнең ярты өлөшөнә баҫып инә. Бына ошо иң киҫкен һәм ауыр осорҙа Мостафа Кемал төрөк халҡын дәүләттәрен һәм хоҡуҡтарын һаҡлап ҡалыу өсөн азатлыҡ һуғышына күтәрә. Ике йылға яҡын ҡаты һуғыштарҙа грек оккупанттарын ҡыйратып, илдәренән һөрөп сығара, 1923 йылдың октябрендә Төркиәнең баш ҡалаһы Истанбул төрөктәр ҡулына күсә, азатлыҡ һуғышы ҙур еңеү менән тамамлана. Төркиәнең үҙаллы дәүләтлеген һаҡлап ҡалышҡан Мостафа Кемал дәүләт башлығы Паша булып һайлана, уға Ата Төрөк Гази Мостафа Кемал Паша тигән иң олуғ исем бирелә. Ата Төрөк, Төркиәлә бик күп демократик реформалар үткәреп, илде Европа тибындағы дәүләттәр кимәленә күтәреүгә юл тота.
?


bektemn-marzhanbla-so-km-22.html

bektemn-marzhanbla-so-km-27.html

bektemn-marzhanbla-so-km-7.html

bektemn-mektep-direktori-2.html

bektemn-mmzhzhkf-dekani-t.html