©2018 Учебные документы
Рады что Вы стали частью нашего образовательного сообщества.

Башҡорт теленән дистанцион олимпиада һорауҙарына яуаптар 9 11 класс I тур (икенсе этап)

Башҡорт теленән дистанцион олимпиада һорауҙарына яуаптар

9 - 11 класс I тур (икенсе этап)

1. Һүҙбәйләнеш ул:

а) айырым һүҙҙәргә, һөйләм киҫәктәренә йәки тотош һөйләмгә төрлө мәғәнәүи, модаль, эмоциональ-экспрессив төҫмөрҙәр биреп килеүсе ярҙамсы һүҙ төркөмө;

б) ябай һөйләмдәге тиң киҫәктәрҙең һәм ҡушма һөйләм эсендәге ябай һөйләмдәрҙең бер-береһенә бәйләнеүен тәьмин итәләр;

в) үҙ-ара башҡарылыу юлы менән бәйләнгән һүҙҙәр араһындағы урын-ара, сәбәп, маҡсат, ҡаршы ҡуйыу, оҡшатыу-сағыштырыу, сикләү, ваҡыт кеүек мөнәсәбәттәрҙе белдереү өсөн хеҙмәт итеүсе ярҙамсы һүҙ төркөмө;

г)

кәмендә ике үҙ аллы һүҙҙең эйәртеүле юл менән бәйләнеүенән барлыҡҡа килгән синтаксик берәмек.

Яуап:

Һүҙбәйләнеш ул - кәмендә ике үҙ аллы һүҙҙең эйәртеүле юл менән бәйләнеүенән барлыҡҡа килгән синтаксик берәмек.

г)

2. Ҡушма һүҙбәйләнештәр тип:

а)

кәмендә өс һәм унан да артыҡ үҙ аллы һүҙҙәрҙән торған ябай һүҙбәйләнештәргә тарҡала алған һүҙбәйләнештәр атала;

б) грамматик һәм мәғәнәүи йәһәттән тарҡалмаусы һүҙбәйләнештәр атала;

в) тарҡалмаусы һүҙбәйләнештәр атала;

г) дөрөҫ яуап юҡ.

Яуап:

Ҡушма һүҙбәйләнештәр тип кәмендә өс һәм унан да артыҡ үҙ аллы һүҙҙәрҙән торған ябай һүҙбәйләнештәргә тарҡала алған һүҙбәйләнештәр атала.

а)

3. Грамматик һәм мәғәнәүи йәһәттән тарҡалмаусы һүҙбәйләнеш ул:

а) һүҙбәйләнеш;

б)

фразеологик берәмек;

в) синтиксик үҙ аллы булмаған һүҙбәйләнеш;

г) ҡушма һүҙбәйләнеш

Яуап:

Грамматик һәм мәғәнәүи йәһәттән тарҡалмаусы һүҙбәйләнеш ул фразеологик берәмек.

б)

4. Тәртип һандары ниндәй аффикстар ҡушылып яһала:

а)

-нсы/-ынсы/енсе/-өнсө;

б) -лап/-ләп/-лаған/-ләгән;

в) -лы/-ле/-лө;

г) -ар/-әр/-шар/-шәр.

Яуап:

Тәртип һандары

-нсы/-ынсы/енсе/-өнсө

аффикстары ҡушылып яһала.

а)

5. Ҡаҙаҡ, бот, йөк, грамм, әсмуха, килограмм, центр, тонна мәғәнәләре буйынса ниндәй нумератив һан төркөмсәһенә ҡарай:

а) майҙан, ер, үлсәү берәмектәре;

б)

ауырлыҡты белдереү өсөн ҡулланылғандары;

в) оҙонлоҡ мөнәсәбәтен күрһәтеүселәре;

г) аҡса һанауҙы күрһәткәндәре.

Яуап:

Ҡаҙаҡ, бот, йөк, грамм, әсмуха, килограмм, центр, тонна мәғәнәләре буйынса ауырлыҡты белдереү өсөн ҡулланылған нумератив һан төркөмсәһенә ҡарай.

б)

6. Ябай яһалма һандар иҫәбенә ниндәй һандар инә:

а) бер, ике;

б) егерме өс, биш;

в)

алтмыш, етмеш;

г) йөҙ, илле.

Яуап:

Ябай яһалма һандар иҫәбенә алтмыш, етмеш һандары инә.

в)

7. Башҡорт телендә нисә һан төркөмсәһе бар:

а) 5;

б)

7;

в) 8;


г) 6

Яуап:

. Башҡорт телендә 7 һан төркөмсәһе бар.

б)

8. Башҡорт телендә һандарға ғына ҡушыла торған ниндәй махсус аффикстар бар:

а) -нсы/-ынсы/енсе/-өнсө;

б) -лы/-ле/-лө;

в) -лап/-ләп/-лаған/-ләгән;

г)

-ынсы/-енсе/-өнсө, -ау/-әр, -шар/-шәр.

Яуап:

Башҡорт телендә һандарға ғына ҡушыла торған

-ынсы/-енсе/-өнсө, -ау/-әр, -шар/-шәр

махсус аффикстары бар.

г)

9. Атамаларҙың оҡшашлыҡ буйынса күсерелеше:

а) метафора;

б) синоним;

в) антоним;

г) омофон.

Яуап:

Атамаларҙың оҡшашлыҡ буйынса күсерелеше

метафора

тип атала.

а)



  1. Синтаксик күҙлектән һөйләм төрөн билдәләргә:

Тәбиғәттең телен аңла ғына: Урмандар бит мең төр тауышлы, Ҡошҡайҙарым күпме моңдар һуҙа, Берсә яҡты, берсә һағышлы (Радик Хаимйән).

Яуап: Билдәле эйәле һөйләм.



  1. Метонимия ниндәй принципҡа ҡоролған?

а) оҡшашлыҡ;

б) йәнәшәлек;

в) параллель;

г) дөрөҫ яуап юҡ.

Яуап: г) дөрөҫ яуап юҡ.



  1. «Ғаиләгә артыҡ тамаҡ өҫтәлде” - был полисемияның ниндәй төрө?

а) фразеологик ҡушылма;

б) метафора;

в) метоними;

г) омоним.

Яуап:

«Ғаиләгә артыҡ тамаҡ өҫтәлде” - был полисемияның

метонимия

төрө.

в)



  1. Әйтелештәре менән яҙылыштары тап килеп, мәғәнәлере ныҡ айырылған һүҙҙәр:

а) синекдоха;

б) метафора;

в) метонимия;

г) омоним.

Яуап:

Әйтелештәре менән яҙылыштары тап килеп, мәғәнәлере ныҡ айырылған һүҙҙәр

омоним

тип атала.

г)



  1. Эйәрсән хәбәр һөйләм баш һөйләмдән һуң килһә, улар араһында ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла:

а) ике нөктә;

б) һыҙыҡ;

в) өтөр;

г) нөктәле өтөр.

Яуап:

Эйәрсән хәбәр һөйләм баш һөйләмдән һуң килһә, улар араһында

ике нөктә

ҡуйыла.

а)



  1. Зифа (яңғыҙлыҡ исем)-зифа (сифат) –был нимә?

а) омофон;

б) омограф;

в) антоним;

г) дөрөҫ яуап юҡ.

Яуап: а) омофон



  1. Рус һәм башҡорт юлда һәр саҡ юлдаш,

Табындаштар

оло байрамда...(М.Кәрим).

Билдәләнгән һүҙгә морфологик анализ яһарға:

Яуап:

Табындаштар – исем,башланғыс формаһы – табындаш,яһалма, уртаҡлыҡ исем,күплектә,төп килештә,һөйләмдә хәбәр булып килгән.



  1. Синонимдар рәтен билдәләргә:

а) аҡ, ҡара;

б) алйот, иҫәр;

в) гүзәл (исем), гузәл (сифат);

г) дөрөҫ яуап юҡ.

Яуап:

б) алйот, иҫәр



  1. Һалсы (исем) – һалсы (ҡылым) – был ниндәй күренеш?

а) омофон;

б) омограф;

в) антоним;

г) синоним.

Яуап: б) омограф

19. (...дың) [ ] был ниндәй һөйләмдең схемаһы?

а) аныҡлаусы эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм;

б) тултырыусы эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм;

в) эйә һөйләм;

г) хәл эйәсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм.

Яуап: а) аныҡлаусы эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм;

Мәҫәлән: (Әсәһе ямандың) [ҡыҙын алма].

20. Ниндәй стиль халыҡ араһында агитация эшендә ҡулланыла?

а) матур әҙәбиәт стиле;

б) публицистик стиль;

в) фәнни стиль;

г) рәсми эш ҡағыҙҙары стиле.

Яуап:

П

ублицистик стиль

халыҡ араһында агитация эшендә ҡулланыла.

б)


ВЫПОЛНИЛ

Фамилия_____Фаттахова____________

Имя_________Рамиля______________

Отчество______Расуловна___________

Класс_________10__________________

Школа_____МОБУ СОШ д.Каинлыково

Город (село)________________________

Район_____Бураевский_______________

Контактный телефон__83475624335______ Ф.И.О. учителя: Саетгалиева Насима Фагимовна
?


bektemn-r-bm-vice-ministr-3.html

bektemn-r-izhdm-trmk-so.html

bektemn-r-tzhm-12.html

bektemn-r-tzhm-4.html

bektemn-r-tzhm-9.html